Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 74.15 ↑

EUR 90.00 ↓

12 май, Шаршамбы

Уфа   °

Башҡортостанда Өршәк һәм Әй йылғаларының ҡапыл ташыуы теркәлгән

Йәмғиәт

Башҡортостанда Башгидрометүҙәк белгестәре Өршәк һәм Әй йылғаларының ҡапыл ташыуын теркәгән. Ляхов ауылы янында тәүлек эсендә һыу кимәле 178 сантиметрға күтәрелгән, әлеге ваҡытта – 323 сантиметр. 540 сантиметрға еткән осраҡта, туғайҙы һыу баҫыуы көтөлә, тиелә республика Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының рәсми белдереүендә.

«Мәтәле ауылы эргәһендәге Әй йылғаһының тәүлек эсендә 127 сантиметрға күтәрелеүе теркәлгән, хәҙер уның кимәле – 412 сантиметр. 690 сантиметрға етһә, туғай һыу аҫтында ҡала. Дим йылғаһында һыу кимәле 77 сантиметрға күтәрелеп, 319 сантиметр тәшкил иткән», — тип билдәләнеләр ведомствола.

Ҡотҡарыусылар әйтеүенсә, йорттарға һыу баҫыу хәүефе янамай.

https://www.bashinform.ru/news/1579735-v-bashkirii-zafiksirovan-rezkiy-podem-rek-urshak-i-ay-/  

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Теги: ташҡын
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть