Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 74.13

EUR 89.50

11 май, Шишәмбе

Уфа   °

Радий Хәбиров 2021 йылдың мартында Рәсәй төбәктәре башлыҡтары рейтингында дүртенсе урынды алды

Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 2021 йылдың мартында Рәсәй төбәктәре башлыҡтары рейтингында дүртенсе урынды алды. Ул медиарейтингта Волга буйы федераль округындағы бөтә коллегаларын уҙып китте.

Дөйөм рейтингта беренсе урында – Мәскәү мэры Сергей Собянин, икенселә – Мәскәү өлкәһе губернаторы Андрей Воробьев. Өсөнсө урын Санкт-Петербург губернаторы Александр Бегловта.

Ун лидер иҫәбенә Чечня башлығы Рамзан Ҡадиров, Ҡырым башлығы Сергей Аксенов, Тверь өлкәһе етәксеһе Игорь Рудения, Түбәнге Новгород өлкәһе губернаторы Глеб Никитин, Ставрополь крайы башлығы Владимир Владимиров һәм Силәбе өлкәһе губернаторы Алексей Текслер инде.

«Медиалогия» рейтингы Рәсәйҙең һәм сит илдәрҙең киң мәғлүмәт сараларында төбәк башлыҡтары хаҡында баҫылған мәҡәләләр буйынса билдәләнә.

https://www.bashinform.ru/news/1579583-radiy-khabirov-zanyal-chetvertoe-mesto-v-reytinge-glav-regionov-rossii-za-mart-2021-goda/

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть