Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 74.15 ↑

EUR 90.00 ↓

12 май, Шаршамбы

Уфа   °

Өфөлә Рәсәй сәнәғәт форумы асылды

Иҡтисад

Бөгөн Өфөлә 20-се Рәсәй сәнәғәт форумы үҙ эшен башланы. Күләмле күргәҙмә экспозицияһында илдең 12 төбәгенән, шул иҫәптән Башҡортостандан, Мәскәүҙән, Санкт-Петербургтан, Мәскәү, Ленинград, Рязань, Һамар, Тверь, Свердловск, Силәбе өлкәләренән, Татарстандан һәм Удмурт Республикаһынан 130-ға яҡын компания ҡатнаша.

«Был форумдың әһәмиәте бик ҙур, сөнки беҙ уны ауыр йылдан, бөтә көсөбөҙ коронавирусҡа ҡаршы көрәшкә йүнәлтелгәндән һуң үткәрәбеҙ. Шуға күрә һеҙгә, хөрмәтле предприятие етәкселәренә, ошо ҡатмарлы йылды бергәләп үткән, хеҙмәт коллективтарын һаҡлап ҡалған, эш темптарын кәметмәгән өсөн рәхмәт белдерәм, – тине республика етәксеһе Радий Хәбиров форумды асыу тантанаһында. – Башҡортостанда йыл дауамында сәнәғәттең хәлен һаҡлап ҡалыу һәм нығытыу өсөн күп көс һалдыҡ. Ул үҙенең йәшәүгә һәләтлеген раҫланы. 2020 йыл йомғаҡтары буйынса сәнәғәт етештереүе индексы 98 процент тәшкил итте. Ә 2021 йылдың март йомғаҡтары буйынса беҙ кризисҡа тиклемге күрһәткестәргә өлгәшә башланыҡ».

Республика етәксеһе 31 мартта Рәсәй Президенты Владимир Путиндың «Башҡортостан сода компанияһы» акцияларының контроль пакетын Башҡортостанға тапшырыу тураһында ҡарар ҡабул иткәнен хәтергә төшөрҙө.

«Был – беҙҙең өсөн бик мөһим ваҡиға. Асылда, етештереү күләме буйынса дүртенсе предприятие республика контроленә күсә. Бөгөнгө форумда беҙ «Башҡортостан сода компанияһы» менән таныштырабыҙ. Бөтә донъялағы партнёрҙарыбыҙ менән эшләргә әҙербеҙ. Күреүегеҙсә, Башҡортостандың сәнәғәт ҡеүәте арта. Форумда ҡатнашыусыларға эшлекле бәйләнештәр булдырыуҙарын һәм үҫеш өсөн яңы мөмкинлектәр табыуҙарын теләйем.

Беҙҙә күптән һәйбәт йола йәшәп килә: күргәҙмәләрҙә һәм форумдарҙа ниндәйҙер производствоға старт бирәбеҙ. Бөгөн Рәсәй сәнәғәт форумын асыу барышында «М-Робо» компанияһының һанлы программа ярҙамында идара ителгән станоктарын етештереү башлана. Был предприятие ҙур түгел, ләкин унда инициативалы һәм һәләтле йәштәр эшләй, коронавирус пандемияһы шарттарында станоктар эшләүҙе үҫтерә. Беҙҙең өсөн был – мөһим ваҡиға һәм ҙур ғорурлыҡ», — тине Радий Хәбиров.

Өс көндә 25 тармаҡ секцияһы ойошторола, Рәсәйҙең 15 ҡалаһынан 288 спикер сығыш яһай.

https://www.bashinform.ru/news/1579262-v-ufe-otkrylsya-rossiyskiy-promyshlennyy-forum/

Азат Ғиззәтуллин
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть