Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 74.15 ↑

EUR 90.00 ↓

12 май, Шаршамбы

Уфа   °

Тәнзилә Хисамова – Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы

Мәҙәниәт

Танылған актриса, Башҡортостандың халыҡ артисы Тәнзилә Хисамова «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы» тигән исемгә лайыҡ булды. Президент Владимир Путин ҡул ҡуйған тейешле указ хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.

Тәнзилә Хисамова 1966-1980 йылдарҙа һәм 1990 йылдан Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында эшләй. Актриса тәүге ролдәренән үк тамашасыларҙың һөйөүен яуланы. Ул лирик, драматик, киҫкен характерлы һәм комик ролдәрҙе берҙәй оҫталыҡ менән башҡара. Тәнзилә Хисамованың һуңғы йылдарҙағы уңышлы ролдәре араһында – Хәлисә Мөҙәрисованың «Бәхет хаҡы» мелодрамаһында Әсә, Мәжит Ғафуриҙың повесы буйынса «Ҡара йөҙҙәр» драмаһында Ғилми, Сыңғыҙ Айытматовтың «Белый пароход» спектаклендә Ҡарсыҡ.

Режиссер Айрат Абушахманов Гүзәл Яхинаның «Зөләйха күҙҙәрен аса» романы буйынса сәхнәләштергән спектаклдә Убырлы ҡарсыҡ роле актрисаның һуңғы йылдарҙағы ижадында күләмле һәм көслө ролдәрҙең береһе булды. Спектакль ҙур уңыш ҡаҙанды, Рәсәйҙең тиҫәтәләгән ҡалаһында күрһәтелде, абруйлы фестивалдәрҙә ҡатнашты. Тәнзилә Хисамованың Убырлы ҡарсығы психологик тәрәнлеге һәм сағыу буяуҙары менән хайран ҡалдыра, тип билдәләй тәнҡитселәр.

Тәнзилә Хисамова 2000-2001 йылдарҙа «Миҙал» телефильмында һәм «Ай ҡыҙы» сериалында ла төштө.

https://www.bashinform.ru/news/1579264-bashkirskaya-aktrisa-tanzilya-khisamova-stala-zasluzhennoy-artistkoy-rossiyskoy-federatsii/  

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть