Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 74.15 ↑

EUR 90.00 ↓

12 май, Шаршамбы

Уфа   °

Өфө «Горожанин» маркалы 10 яңы троллейбус алды

Иҡтисад

Бөгөн баш ҡала хакимиәте Өфө трамвай-троллейбус заводында сығарылған «Горожанин» маркалы 10 яңы троллейбус алды. Троллейбус водителдәренә асҡыстарҙы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тапшырҙы. Яңы троллейбус Минск автозаводы менән хеҙмәттәшлектә проектланған, бында уларҙың кузовы файҙаланылған.  2020 йылда «МАЗ» йәмғиәте – «БЕЛАВТОМАЗ» холдингының идарасы компанияһы – предприятиеның стратегик партнеры булды. Быға тиклем «Горожанин» Нефтекама автозаводының НефАЗ-5299 автобусы кузовы нигеҙендә сығарылды. Республика етәксеһе троллейбустың салонын ҡарап сыҡты, водителдәр менән аралашты һәм «Горожанин»ға һәйбәт баһа бирҙе.

Троллейбустың һыйҙырышлығы – 90 кеше (31 ултырғыс). Өфө трамвай-троллейбус заводының генераль директоры Денис Рассадников һүҙҙәренсә, машина Өфө ихтыяжына яраҡлаштырылған.

«Салонды йылытыу өсөн өҫтәмә мейестәр, пассажирҙар өсөн геджеттарҙы зарядлау мөмкинлеге бар. Троллейбустар тәпәш иҙәнле: мөмкинлектәре сикле кешеләргә, коляскалы әсәйҙәргә, велосипедсыларға инеү уңайлы», — тип һөйләне звод директоры «Башинформ» агентлығына.

Өфө трамвай-троллейбус заводы яңы троллейбус менән ике тендер отто: 68 машина Чебоксарға оҙатыла, автоном йөрөшлө 10 машина бөгөндән Өфө маршруттарына сыға.

Яңы «Горожанин»дың преспектикалары яҡшы. Башҡортостанда ғына Өфөләге һәм Стәрлетамаҡтағы электр транспорты паркын яңыртыу өсөн яҡынса 300 троллейбус кәрәк, уларҙың 90% ашыуы иҫкергән. Заводта яңы троллейбустарҙы Рәсәйҙең башҡа төбәктәренә, хатта экспортҡа ла оҙатырға ниәтләйҙәр.

Киләһе йылда Өфө троллейбусы 60 йыллыҡ юбилейын билдәләй. 1962 йылдың 27 ғинуарында Башҡортостандың баш ҡалаһында даими троллейбус бәйләнеше асылған.

https://www.bashinform.ru/news/1579136-ufa-poluchila-10-novykh-trolleybusov-marki-gorozhanin-s-avtonomnym-khodom/

Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть