Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 74.15 ↑

EUR 90.00 ↓

12 май, Шаршамбы

Уфа   °

Республикала күршеһе ҡатынды һәм уның ике балаһын янғындан ҡотҡарған

Хәл-ваҡиғалар

8 апрелдә иртән Бөрө ҡалаһының Ленин урамында урынлашҡан ике ҡатлы ағас йортта янғын сыҡҡан. Урынға Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре һәм башҡа экстрен хеҙмәттәр килгән. Был ваҡытҡа беренсе ҡаттағы фатирҙың аш-һыу бүлмәһе яна башлаған.

Күрше фатирҙа йәшәгән ир ҡатынға һәм уның 2016, 2019 йылғы малайҙарына сығырға ярҙам иткән. Улар Бөрө үҙәк район дауаханаһына оҙатылған. Табиптар әйтеүенсә, балаларҙың хәле ауыр.

Янғынды һүндереүгә 29 кеше һәм 11 берәмек техника, шул иҫәптән Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан 14 кеше һәм биш берәмек техника йәлеп ителгән.  

Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы дознавателе янғын сәбәптәрен асыҡлай, тип хәбәр иттеләр ведомствонан.  

https://www.bashinform.ru/news/1579204-v-bashkirii-sosed-spas-iz-goryashchego-doma-zhenshchinu-s-dvumya-malenkimi-detmi/  

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть