Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 74.15 ↑

EUR 90.00 ↓

12 май, Шаршамбы

Уфа   °

Башҡортостанда йәшәүселәр яратҡан гәзит-журналдарына ташлама менән яҙылып, бүләк оторға мөмкин

Мәҙәниәт

Республиканың барлыҡ почта бүлексәләрендә һәм rbsmi.ru сайтында Бөтә Рәсәй матбуғатҡа яҙылыу декадаһы башланды. 15 апрелгә тиклем Рәсәй почтаһы редакциялар менән берлектә республика, ҡала һәм район баҫмаларына ташлама яһай.

Почта бүлексәһендә лә гәзит-журналдарға ташлама менән яҙылып була. Бынан тыш, «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто үҙ баҫмаларына өйҙән сыҡмайынса, бер нисә минут эсендә яҙылырға тәҡдим итә. Онлайн-подписка сервисы менән rbsmi.ru файҙаланырға мөмкин.

Бының өсөн «Подписка» бүлегендә гәзит йәки журналды (баҫма йә иһә электрон) һайлап, яҙылырға ғына кәрәк. «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто республикалағы 145 популяр гәзит-журналды (шул иҫәптән милли телдәрҙәге) берләштерә.

Декада осоронда яҙылыу отошло, сөнки бөтәһенең дә түбән хаҡҡа яҙылыу мөмкинлеге бар. Өҫтәүенә декада осоронда тултырылған подписка квитанциялары редакция конкурстарында ҡатнаша. Һәр яҙылыусы бүләк уйнатыуҙа ҡатнашырға хоҡуҡлы:

— «Яҙыл һәм от» дөйөм республика конкурсы – «Республика баҫмалары» бүлегенән ике баҫмаға яҙылыу. Бүләктәр – ноутбук, мотоблок, триммер, велосипед, телевизор. Яҙылыусылар араһында бүләктәр 27 июлдә Башҡортостан юлдаш телевидениеһы эфирында уйнатыла.

Ҡатнашыу өсөн квитанцияны 15 июлгә тиклем «Яҙыл һәм бүләк от» билдәһе менән 450079, Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13, «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто, 212-се бүлмә адресына йәки [email protected] электрон адресына ебәрергә кәрәк.

Республика, район һәм ҡала гәзиттәрендә лә редакция конкурстары  ойошторола. Тулыраҡ мәғлүмәтте редакцияла алырға мөмкин.

Бүләк уйнатыуҙа ҡатнашыу өсөн 2021 йылдың 6 айына яҙылырға кәрәк.

https://www.bashinform.ru/news/1578982-zhiteli-bashkirii-mogut-podpisatsya-na-lyubimye-gazety-i-zhurnaly-so-skidkoy-i-poluchit-priz/

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть