Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 74.15 ↑

EUR 90.00 ↓

12 май, Шаршамбы

Уфа   °

Башҡортостанда беренсе кварталда ауыл ипотекаһының былтырғы күләменең яртыһына тиерлек өлгәшелгән

Иҡтисад

Башҡортостан льготалы ауыл ипотекаһы программаһында беренсе урында. Дөйөм алғанда, илдә күпселек килешеүҙәр Волга буйы федераль округында төҙөлә, тип белдерҙеләр Росреестрҙа. Башҡортостанда йыл башынан ауыл ипотекаһы программаһы буйынса 1118 килешеү теркәлгән. 2020 йылда иһә 2543 «ауыл ипотекаһы». Льготалы программала ҡатнашыусылар әҙер торлаҡҡа өҫтөнлөк бирә башлаған: 2020 йылда – 1753, 2021 йылдың беренсе кварталында 1215 хоҡуҡ теркәлгән.

Ауыл ипотекаһы Иглин, Өфө, Әбйәлил, Ҡырмыҫҡалы, Туймазы, Бүздәк, Шишмә һәм Яңауыл райондарында йәшәүселәрҙә һорау менән файҙалана.

Ауыл ипотекаһы программаһында 2021 йылдан шарттар үҙгәрҙе, тип белдерҙеләр ведомствола. Хәҙер биш ҡаттан бейегерәк йорттарҙа торлаҡ һатып алырға ярамай; тәүге взнос өсөн әсәлек капиталын ҡулланырға мөмкин. Һатып алынған торлаҡта милеккә хоҡуҡ алғандан һуң 180 көн эсендә теркәлергә һәм был хаҡта банкка хәбәр итергә кәрәк, юғиһә банк кредит буйынса ставканы арттырырға хоҡуҡлы. Шулай уҡ әгәр кредит йорт һалыу өсөн алынған һәм ул ике йыл эсендә төҙөлмәгән икән, ставканы күтәреүҙәре ихтимал, ти белгестәр.

https://www.bashinform.ru/news/1578763-v-bashkirii-za-i-kvartal-dostignuta-pochti-polovina-proshlogodnego-obema-selskoy-ipoteki/  

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть