Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 74.15 ↑

EUR 90.00 ↓

12 май, Шаршамбы

Уфа   °

Республикала I «Ирҙәр ҡоро» ойошторола

Йәмғиәт

Башҡортостанда 16 апрелдә «Торатау» конгресс-холында I «Ирҙәр ҡоро» уҙғарыла. Сараны ойоштороусы – республика башлығы хакимиәте булышлығында Башҡортостан Республикаһының «Ирҙәр ҡоро» төбәк йәмәғәт ойошмаһы.

Форумда йәмәғәтселәр, әүҙемселәр, эшҡыуарҙар, сәйәсмәндәр, республиканың муниципаль райондарынан һәм ҡала округтарынан инициативалы ир-уҙамандар ҡатнаша.

Сараның төп бурыстары – Ирҙәр ҡороноң эшмәкәрлеген әүҙемләштереү, ойошманың проекттары координаторҙары берлеген төҙөү, хәҙерге йәмғиәттә ирҙәрҙең һәм атайҙарҙың социаль статусын күтәреү, уларҙың Башҡортостан Республикаһының социаль-иҡтисади үҫешенә индергән өлөшөнә йәмәғәтселектең иғтибарын йәлеп итеү, ир-егеттәрҙе ҡала, район һәм ауылдарҙың йәмәғәт тормошона нығыраҡ йәлеп итеү өсөн «Ил терәге» наградаһын тапшырыу.

«Бындай сара республикала беренсе тапҡыр уҙғарыла. Ойоштороусылар алдында ауылдарҙан, райондарҙан әүҙем ир-егеттәрҙе туплап, берлектә эшләү бурысы тора. Урал аръяғында ир-егеттәр берләшмәләре бар, ойошмабыҙ һөҙөмтәле эшләһен өсөн эште системаға һалыу, аныҡ маҡсаттар билдәләү һәм шуларға бергәләп өлгәшеү мөһим. Төп йүнәлештәребеҙ айыҡ йәшәү рәүешенә, йәмғиәттә атайҙарҙың ролен күтәреүгә, райондарҙа ирҙәр ҡорҙары менән эште ойоштороуға ҡағыла. Уларҙы тормошҡа ашырыу өсөн Башҡортостан ирҙәренең I ҡорон йыябыҙ», – тип билдәләне «Ирҙәр ҡоро» рәйесе, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров.
Форумға forum_men_rb берләшмәһендә теркәлергә мөмкин.

https://www.bashinform.ru/news/1578806-v-bashkirii-proydet-i-forum-muzhchin-respubliki/

  

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Теги: форум
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть