Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 74.15 ↑

EUR 90.00 ↓

12 май, Шаршамбы

Уфа   °

Башҡортостанда махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләренә инеү хаҡтары раҫланды

Иҡтисад

Башҡортостанда махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләренә инеү хаҡтары раҫланды. Хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған тейешле ҡарарға Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров ҡул ҡуйған.

Документҡа ярашлы, «Еҙем», «Ирәмәл» һәм «Мораҙым тарлауығы» тәбиғәт парктарына инеү өсөн 200 һум түләргә кәрәк. «Асылыкүл» һәм «Ҡандракүл» парктарында ял итеү бер кешегә 250 һумға төшә.

Башҡа махсус һаҡланған биләмәләргә инеү хаҡы — 150 һум.

Бынан алда «Башинформ» Белорет районында Яланғас тауындағы турмаршрутта ағастарҙы ҡырҡыуҙары тураһында хәбәр иткәйне. Йәмәғәтселәр һәм урындағы халыҡ саң ҡаға башланы. Белорет районы башлығы Андрей Иванюта был хәлде асыҡларға вәғәҙә бирҙе һәм яҡын арала эшсе төркөмдөң кәңәшмәһе үтәсәген белдерҙе.

https://www.bashinform.ru/news/1578848-v-bashkirii-utverdili-tseny-na-poseshchenie-osobo-okhranyaemykh-prirodnykh-territoriy-/  

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть