Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 74.15 ↑

EUR 90.00 ↓

12 май, Шаршамбы

Уфа   °

Актриса Сәүиә Сираеваға «Өфө ҡалаһының почетлы гражданы» тигән исем бирелде

Мәҙәниәт

Өфө «Нур» татар театры актрисаһы, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Сәүиә Сираеваға «Өфө ҡалаһының почетлы гражданы» исеме бирелде. Исем уның күп йыллыҡ ижади, мәҙәни эшмәкәрлеге һәм Өфө ҡалаһы алдындағы  хеҙмәттәре, баш ҡаланың һәм республиканың ижтимағи тормошонда әүҙем ҡатнашыуы өсөн тапшырылды.

«Бөгөн – минең өсөн байрам. Наградаларым байтаҡ, ләкин күптән  ошондай шатлыҡ кисергәнем юҡ ине. Был минең шатлығым ғына түгел. Был – ауылдаштарым, районым, балаларым, ейәндәрем, коллегаларым өсөн награда. Ихтирам күрһәткәндәре өсөн «Нур» театры директоры Фирҙәт Ғәбиҙуллинға һәм ҡала етәкселегенә, депутаттарға ҙур рәхмәт. Мин 1949 йылдан бирле Өфөлә йәшәйем. Был минең ҡалам. Бында тәү килгән саҡта үҙәк Опера театрынан Үҙәк баҙарға тиклем генә ине. Хәҙер Өфөнөң көндән-көн күркәмләнеүенә ҡыуанып бөтә алмайым. Баш ҡалабыҙ артабан да үҫешер, сәскә атыр тип ышанам», –  тине Сәүиә Сираева.
https://www.bashinform.ru/news/1578787-aktrise-savie-siraevoy-prisvoeno-zvanie-pochyetnyy-grazhdanin-goroda-ufy/Өфө «Нур» татар театры актрисаһы, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Сәүиә Сираеваға «Өфө ҡалаһының почетлы гражданы» исеме бирелде. Исем уның күп йыллыҡ ижади, мәҙәни эшмәкәрлеге һәм Өфө ҡалаһы алдындағы  хеҙмәттәре, баш ҡаланың һәм республиканың ижтимағи тормошонда әүҙем ҡатнашыуы өсөн тапшырылды.

«Бөгөн – минең өсөн байрам. Наградаларым байтаҡ, ләкин күптән  ошондай шатлыҡ кисергәнем юҡ ине. Был минең шатлығым ғына түгел. Был – ауылдаштарым, районым, балаларым, ейәндәрем, коллегаларым өсөн награда. Ихтирам күрһәткәндәре өсөн «Нур» театры директоры Фирҙәт Ғәбиҙуллинға һәм ҡала етәкселегенә, депутаттарға ҙур рәхмәт. Мин 1949 йылдан бирле Өфөлә йәшәйем. Был минең ҡалам. Бында тәү килгән саҡта үҙәк Опера театрынан Үҙәк баҙарға тиклем генә ине. Хәҙер Өфөнөң көндән-көн күркәмләнеүенә ҡыуанып бөтә алмайым. Баш ҡалабыҙ артабан да үҫешер, сәскә атыр тип ышанам», –  тине Сәүиә Сираева.
https://www.bashinform.ru/news/1578787-aktrise-savie-siraevoy-prisvoeno-zvanie-pochyetnyy-grazhdanin-goroda-ufy/

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть