Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 74.15 ↑

EUR 90.00 ↓

12 май, Шаршамбы

Уфа   °

Яҡташыбыҙ Нигериянан «хәрби хирург»тың тоҙағына эләккән

Хәл-ваҡиғалар

Башҡортостандың Сибай ҡалаһы суды 6 апрелдә Нигерия гражданына ҡарата хөкөм сараһын һайланы. Билдәле булыуынса, Гуобадиа Браит «айырыуса ҙур күләмдә мутлашыу» статьяһы буйынса ғәйепләнә.

2020 йылдың октябрендә Мәскәү өлкәһендә йәшәгән ир социаль селтәрҙә бер ҡатын менән танышҡан. Ул үҙен хәрби хирург тип таныштырған, йәнәһе, Йемен Республикаһында хәрби хеҙмәттә.

Ышанысҡа инеп, ноябрҙә яңы танышынан посылканы үҙендә һаҡлап тороуын үтенгән. Ҡатынға транспорт хеҙмәттәре өсөн 345 046 һум түләргә кәрәк булған. «Хәрби хирург» уға сарыф иткән аҡсаһын кире ҡайтарырға вәғәҙә биргән.

Яҡташыбыҙ ул һораған сумманы күсергән, ә Гуобадиа Браит аҡсаны үҙе теләгәнсә тотонған.

Суд ҡарары буйынса, ғәйепләнеүсе 2021 йылдың 29 апреленә тиклем һаҡ аҫтында ултырырға тейеш. Ҡарар әлегә көсөнә инмәгән.

https://www.bashinform.ru/news/1578767-zhitelnitsa-bashkirii-stala-zhertvoy-moshennichestva-voennogo-khirurga-iz-nigerii/

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Теги: суд
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть