Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 74.15 ↑

EUR 90.00 ↓

12 май, Шаршамбы

Уфа   °

Өфөлә «Каруанһарай» комплексының 175 йыллығына саралар планы раҫланды

Мәҙәниәт

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте 2021 йылда «Каруанһарай» тарихи-архитектура комплексының 175 йыллығына әҙерләнеү һәм уны уҙғарыу буйынса саралар планын раҫланы.

Республиканың Мәғариф министрлығы «Каруанһарай» тарихи-архитектура комплексының 175 йыллығына арналған Төбәк-ара рәсемдәр конкурсын, дөйөм белем биреү ойошмаларында асыҡ дәрестәр һәм кластан тыш саралар,  «Туған тел илселәре» акцияһы барышында интерактив дәрес үткәрә.

Башҡортостан Республикаһының Архив эштәре идаралығы, Милли архивы Ырымбур өлкәһенең Архив эштәре буйынса комитеты менән берлектә «Каруанһарай тарихы — архив документтарында» онлайн-күргәҙмәһен ойоштора.

Мәҙәниәт министрлығы һәм Милли музей «Каруанһарайға – 175 йыл» түңәрәк өҫтәлен, «Ырымбур башҡорттары» фестивален, тематик күргәҙмәләр, китап экспозицияларын уҙғара.

Баймаҡ районы Темәс ауылында «Каруанһарай хәтер һаҡлай...» тигән мәҙәни сара ойошторола.

Сентябрҙә Ырымбур ҡалаһында В.А. Перовский исемендәге паркта «Башҡортостан» киностудияһында төшөрөлгән кинофильмдар күрһәтелә, шулай уҡ «Ырымбур хәрби губернаторы В.А. Перовский — Каруанһарай тарихи-мәҙәни үҙәген төҙөү инициаторы» темаһына түңәрәк өҫтәл була.

Ырымбурҙа тарихи-архитектура комплексы 1837-1846 йылдарҙа ирекле иғәнәгә Башҡорт-мишәр ғәскәре командующийы канцелярияһы, Ырымбурға «үҙ йомошо һәм эш буйынса» килгән башҡорттар һәм мишәрҙәр өсөн ҡунаҡхана, башҡорттар өсөн оҫтахана һәм мәктәп өсөн төҙөлгән. Тарихи-архитектура комплексы Башҡорт халыҡ йортонан һәм мәсеттән тора.1917-1918 йылдарҙа Каруанһарайҙа республика хөкүмәте резиденцияһы һәм башҡорт ғәскәре урынлашҡан.

https://www.bashinform.ru/news/1578712-v-ufe-utverdili-plan-meropriyatiy-k-175-letiyu-kompleksa-karavan-saray/  

Ләйлә Аралбаева
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть