Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 74.86 ↓

EUR 89.77 ↑

6 май, Кесе йома

Уфа   °

Республикала алдан тауыш биреүҙә ҡатнашыусыларҙың дебаттары башлана

Сәйәсәт

Башҡортостанда Дәүләт Думаһына һайлауҙа «Берҙәм Рәсәй» праймеризында ҡатнашыусыларҙың дебаттары башлана. Уҙғарыу урыны – партияның төбәк башҡарма комитеты майҙансығы, сығыштарҙы онлайн форматта күҙәтергә мөмкин. Дәүләт Думаһына депутатлыҡҡа кандидаттарҙы һайлап алыу өсөн «Берҙәм Рәсәй»ҙең алдан тауыш биреүен уҙғарыу буйынса төбәк ойоштороу комитеты ултырышында ошо турала ҡарар ҡабул ителде. Шулай уҡ алып барыусылар итеп тележурналистарҙы саҡырырға тигән тәҡдим яңғыраны. Алдан тауыш биреүҙә ҡатнашыусы дебаттарға теркәлеү өсөн [email protected] электрон адресына ғариза ебәрергә тейеш.

Дебаттарҙың бер сессияһында биш кеше ҡатнашырға мөмкин.

Дебаттарҙың графигы ғаризалар йыйылғас төҙөлә. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ҡатнашыусыларҙы 29 апрелгә тиклем теркәйҙәр, праймериз 24- 30 майҙа үткәрелә. Дәүләт Думаһына һайлау 2021 йылдың 19 сентябрендә була.

Ғаризаны махсус сайтта һәм Өфө ҡалаһы, Цюрупа урамы, 17 адресы буйынса «Берҙәм Рәсәй»ҙең төбәк башҡарма комитетында бирергә мөмкин.

Бөгөнгә алдан тауыш биреүҙә ҡатнашыу өсөн 45 кеше теркәлгән.

https://www.bashinform.ru/news/1578652-v-bashkirii-startuyut-debaty-uchastnikov-predvaritelnogo-golosovaniya-/

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть