Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 74.86 ↓

EUR 89.77 ↑

6 май, Кесе йома

Уфа   °

«Рәсәйҙең студент һылыуҡайы-2021»: республика исеменән Анастасия Проломова сығыш яһай

Мәҙәниәт

11-16 апрелдә Архангельскиҙа «Рәсәйҙең студент һылыуҡайы-2021» милли гүзәллек конкурсы ойошторола. Унда бөтә илдән 65 ҡыҙ ҡатнаша.

Ҡыҙҙарҙы «Ижади номер», орфографик диктант, үҙеңдең тыуған яғың, уҡыу йортоң менән таныштырыу, дефиле, фотоэтап кеүек һынауҙар көтә.

Конкурста Башҡортостан исеменән Өфө дәүләт авиация техник университетының IV курс студенты Анастасия Проломова ҡатнаша. Тыуған яғы – Межгорье, былтыр «Өфө һылыуҡайы-2020» исемен яулаған. Анастасия сәләмәт тормош алып бара, бейеү менән шөғөлләнә, республикала үткәрелгән төрлө сараларҙа ҡатнаша, фотоға төшөү менән мауыға.

«Рәсәйҙең студент һылыуҡайы» 2014 йылдан уҙғарыла. 2019 йылда Башҡорт дәүләт университетынан Алһыу Ҡурамшина конкурста вице-мисс исеменә лайыҡ булды.

https://www.bashinform.ru/news/1578153-krasa-studenchestva-rossii-2021-bashkiriyu-predstavit-anastasiya-prolomova/

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть