Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 77.16

EUR 91.78

12 апрель, Дүшәмбе

Уфа   °

Экология министрлығы ҡарамағындағы Йәмәғәтселек советы Шүлгәнташ мәмерйәһенә исем биреүгә ҡарата үҙ фекерен белдерҙе

Мәҙәниәт

Башҡортостан Республикаһының Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы ҡарамағындағы Йәмәғәтселек советы «Шүлгәнташ» ҡурсаулығының уға ғалим-зоолог, палеолит осорондағы яҙмаларҙы беренсе булып асҡан Александр Рюминдың исемен биреү тураһында башланғысын тикшерҙе. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, был идея йәнле фекер алышыуҙар уятты һәм ҡурсаулыҡтың рәсми аккаунтында тауыш биреүгә ҡуйылды.

Башҡортостан Башлығы исеменә совет рәйесе, Өфө Биология институты директоры Василий Мартыненконан хат килде. Радий Хәбиров тәҡдимдәрҙе төплө тип атаны.

Йәмәғәтселек советы ағзалары ғалимдың исеме мәңгеләштереүгә лайыҡ тип билдәләне, ләкин, социаль хәлде һәм урындағы халыҡтың ҡурсаулыҡтың исемен үҙгәртеү менән килешмәүен иҫәпкә алып, ғалимдың иҫтәлеген башҡа ысул менән мәңгеләштерергә тәҡдим итте. Ошо йәһәттән Йәмәғәтселек советы бер нисә тәҡдим индерҙе:

  • «Шүлгәнташ» тарихи-мәҙәни музей комплексы алдында Александр Рюминға бюст ҡуйырға һәм музей комплексында ғалимға, уның асышына бағышланған экспозиция ойошторорға;
  • Александр Рюминдың тормошо һәм Шүлгәнташ мәмерйәһенең палеолит осоро яҙмаларын асыу хаҡында монография сығарыуға аҡса бүлергә. Ҡурсаулыҡ хеҙмәткәрҙәре монография яҙған да инде;
  • «Шүлгәнташ» тарихи-мәҙәни музей комплексы ҡаршыһында башҡорт ғалимы, фольклорсы, филология фәндәре кандидаты, боронғо «Урал батыр» эпосын өйрәнеүҙә һәм популярлаштырыуҙа төп ролде уйнаған Мөхтәр Сәғитовҡа бюст ҡуйырға.

https://www.bashinform.ru/news/1561674-obshchestvennyy-sovet-pri-minekologii-vyskazalsya-po-pereimenovaniyu-peshchery-shulgan-tash/

Ләйлә Аралбаева
Теги: Шүлгәнташ
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть