Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 77.51 ↑

EUR 92.06 ↓

13 апрель, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда бишенсе тапҡыр «Урал батырҙың ҡышҡы уйындары» ойошторола

Мәҙәниәт

Башҡортостан ҡурсаулығындағы «Башһырт» экологик-этнографик үҙәгендә 27 февралдә «Урал батырҙың ҡышҡы уйындары» ойошторола.

Быйыл байрам бишенсе тапҡыр уҙғарыла. Сара йылдан-йыл популярлыҡ яулай, уның географияһы киңәйә, ҡатнашыусылары артҡандан-арта бара, хәҙер ул республика кимәленә сыҡты.

«Башинформ»ға байрамды ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, программа бик бай: «Ылаҡ» уйыны, ат сабышы,  «Урал батыр» эпосын яттан һөйләүселәр конкурсы, уҡ атыу турниры. Бөгөнгә «Ылаҡ» ярышында ҡатнашыу өсөн биш команда ғариза биргән, улар араһында ҙур ярыштарҙың призерҙары бар.

Бүләк фонды арттырылған, шуға күрә ярыштарҙа еңеүселәрҙе шәп бүләктәр көтә. Шулай уҡ быйыл тәүгә «Ылаҡ» ярышында еңгән командаға «Күсмә кубок» тапшырыла.

Быйыл ат сабышы башҡа райондарҙан ҡатнашыусыларҙы ла йәлеп итте, араларында төрлө ярыштарҙа бер нисә тапҡыр еңеү яулаған тәжрибәле һыбайлылар байтаҡ.

«Урал батыр» байрамында йыл һайын үткәрелгән уҡ атыу турнирында ҡатнашыусылар ҙа, тамашасылар ҙа һәр ваҡыт күп була.

https://www.bashinform.ru/news/1561651-v-bashkirii-v-pyatyy-raz-proydet-ekologo-etnograficheskiy-prazdnik-zimnie-igry-ural-batyra/

  

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Теги: байрам
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть