Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 77.16

EUR 91.78

12 апрель, Дүшәмбе

Уфа   °

Республикала коронавирустан 248 кеше үлгән

Йәмғиәт

Башҡортостанда һуңғы тәүлектә коронавирустан тағы өс кеше үлгән. Пандемия башланғандан алып республикала коронавирустан 248 кеше вафат булған, тип хәбәр иттеләр Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан.

Оператив мәғлүмәт буйынса, уҙған тәүлектә республикала коронавирус инфекцияһы йоҡтороуҙың 148 осрағы раҫланған, һәм, киреһенсә, 192 кеше һауыҡҡан.

Пандемия башланғандан бирле республикала йәмғеһе 27,4 меңдән ашыу сирле теркәлгән.

Әле 282 пациент – дауаханала, биш меңдән ашыуы өйҙә дауалана. Уларҙың 25-е – ауыр хәлдә.

Башҡортостанда һуңғы тәүлектә дауахананан тыш пневмония менән сирләүселәр 159-ға еткән, шул уҡ ваҡытта 138 кеше һауығып сыҡҡан.  

https://www.bashinform.ru/news/1561706-v-bashkirii-ot-koronavirusa-skonchalis-248-chelovek/

Галина Бахшиева
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть