Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 77.51 ↑

EUR 92.06 ↓

13 апрель, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостан Башлығы юғары әҙерлек режимы тураһында указға яңы үҙгәрештәр индерҙе

Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров коронавирус инфекцияһы таралыу хәүефенә бәйле юғары әҙерлек тәртибе тураһында указға яңы үҙгәрештәр индерҙе. Документ республиканың рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.

Документтың яңы редакцияһына ярашлы, республиканың эш биреүселәре өсөн хеҙмәткәрҙәрҙе COVID-19 буйынса хәл тотороҡһоҙ булған илдәргә һәм төбәктәргә командировкаға ебәреүҙән, шулай уҡ сит ил вәкилдәре ҡатнашлығындағы саралар уҙғарыуҙан тыйылып торорға тигән тәҡдим ғәмәлдән сығарылды.

65 йәштән өлкәндәргә, хроник сирҙәрҙән яфаланғандарға мотлаҡ изоляция режимы 2021 йылдың 11 мартына тиклем һаҡлана.

«Белем биреү учреждениеларында инфекция ауырыуҙары билдәләре (температура, йүтәл, тын ҡыҫылыу) булған уҡыусыларҙы һәм хеҙмәткәрҙәрҙе асыҡларға, уларҙы эшләгән һәм уҡыған урындарына индермәҫкә кәрәк», — тип билдәләнә Башҡортостан Башлығы сайтында.  
https://www.bashinform.ru/news/1561343-glava-bashkirii-vnes-novye-izmeneniya-v-ukaz-o-rezhime-povyshennoy-gotovnosti/

  

Галина Бахшиева
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть