Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 77.16

EUR 91.78

12 апрель, Дүшәмбе

Уфа   °

Өфөлә «Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе» конкурсының ҡала этабы еңеүселәре билдәләнде

Мәҙәниәт

«Мотор эшләүсе» мәҙәниәт һарайында «Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе» республика конкурсының ҡала этабы финалы уҙҙы, унда Өфө ҡалаһының ете районынан гүзәл зат вәкилдәре ҡатнашты.

Ҡала этабында 18 ҡатын-ҡыҙ еңеү яуланы. Араларында эшҡыуарҙар, уҡытыусылар, рәссамдар, музыканттар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре бар, ете ҡатнашыусы финалға сыҡты. Улар жюриға һәм тамашасыларға үҙҙәренең тормошо, ғаиләһе, яратҡан шөғөлдәре, ижады тураһында һөйләне, өйҙә һәм эштә уңыш серҙәре менән бүлеште. Һәр береһе – һоҡланғыс әсә, яратҡан ҡатын, үҙ эшенең оҫтаһы. Артабан милли кейем менән таныштырыу булды, йомғаҡлау номинацияһында финалсылар жюриҙың һорауҙарына яуап бирҙе.

Конкурс һөҙөмтәләре буйынса призлы урындар түбәндәгесә билдәләнде.

Өсөнсө урынды Киров районы вәкиле – Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Рәссамдар союзы ағзаһы, Дизайнерҙар союзы ағзаһы, Халыҡ-ара ЮНЕСКО ассоциацияһы ағзаһы Раушания Бәҙретдинова яуланы.

Икенсе урынды Калинин һәм Орджоникидзе райондарынан шәхси эшҡыуар Елена Баязитова һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы, «Берҙәмлек» лицейының химия уҡытыусыһы Наталья Черкасская алды.

«Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе» республика конкурсының ҡала этабында беренсе урынды Дим районы вәкиле, «Орион» ижад йорто уҡытыусыһы Айгөл Камалова яуланы.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, конкурстың республика этабы 2 мартта «Торатау» конгресс-холында була. Еңеүселәргә конкурстың төп наградаһы – башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары хәрәкәте әүҙемсеһе Рәбиға Ҡушаева исемендәге «Ҡатын-ҡыҙ — милләт әсәһе» миҙалы һәм спонсорҙарҙан бүләктәр тапшырыла.

Был конкурс «Берҙәм Рәсәй» партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе, Башҡортостан Республикаһының Граждандар йәмғиәтенә ярҙам итеү фонды һәм Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы йорто булышлығында Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте башланғысы менән үткәрелә.      

https://www.bashinform.ru/news/1561005-v-ufe-opredelili-pobediteley-gorodskogo-etapa-konkursa-zhenshchina-mat-natsii/

          

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Теги: конкурс
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть