Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 77.51 ↑

EUR 92.06 ↓

13 апрель, Шишәмбе

Уфа   °

Өфө йәйге һауыҡтырыу миҙгеленә 15 лагерь әҙерләй

Йәмғиәт

Башҡортостандың баш ҡалаһы йәйге һауыҡтырыу миҙгеленә әҙерләнә башланы. Өфө балалары өсөн ҡала ситендә 15 лагерь асыла, тип хәбәр итте баш ҡала мэры Сергей Греков.

«Уҙған йылда билдәле сәбәптәр буйынса [коронавирус инфекцияһы пандемияһы — ред.] хәл беҙгә балаларҙың ялын тейешенсә ойошторорға мөмкинлек бирмәне. Быйыл иһә 20 меңгә яҡын бала лагерға барыр тип планлаштырабыҙ», — тине Өфө мэры Сергей Греков ҡала Советының  75-се ултырышында.

Бынан алда «Башинформ» 2021 йылдың февралендә пандемия шарттарында балаларҙың йәйге ялын ойоштороу хаҡында түңәрәк өҫтәл үтеүен хәбәр иткәйне.

https://www.bashinform.ru/news/1561112-ufa-k-letnemu-ozdorovitelnomu-sezonu-gotovit-15-lagerey/

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть