Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 77.51 ↑

EUR 92.06 ↓

13 апрель, Шишәмбе

Уфа   °

Өфөләрҙе вакансиялар йәрминкәһенә саҡыралар

Иҡтисад

25 февралдә Өфөлә төрлө йүнәлештәге вакансиялар йәрминкәһе  була. Унда мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, шулай уҡ социаль һәм финанс хеҙмәттәре күрһәткән ойошмалар буш эш урындары тәҡдим итә.

Вакансиялар араһында – табип, шәфҡәт туташы, администратор, офис-менеджер, санитар, тәрбиәсе, секретарь, менеджер, уҡытыусы, слесарь-сантехник, электромонтер һәм башҡа һөнәрҙәр.

«Йәрминкәгә килеүселәргә мәшғүллек өлкәһендәге дәүләт хеҙмәттәре күрһәтелә, һөнәри йүнәлеш биреү, уҡытыу, хоҡуҡи мәсьәләләр буйынса кәңәш бирелә. Шулай уҡ компьютер диагностикаһы үтеү мөмкинлеге лә бар», — тип белдерҙеләр Өфөнөң Халыҡ мәшғүллеге үҙәгендә.
Йәрминкәне уҙғарыу урыны һәм ваҡыты – Ибраһимов бульвары, 47/1, иртәнге сәғәт 10-дан көндөҙгө 12-гә тиклем.

Бөтә хеҙмәттәр ҙә бушлай.

https://www.bashinform.ru/news/1560755-ufimtsev-priglashayut-na-yarmarku-vakansiy-/

  

Галина Бахшиева
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть