Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 77.16

EUR 91.78

12 апрель, Дүшәмбе

Уфа   °

БДУ һәм Өфө авиация университеты студенттарын, уҡытыусыларын ҡыҫҡартыу тураһында һүҙҙәр нигеҙһеҙ – Баҙранов

Йәмғиәт

Республикала донъя кимәлендәге университет булдырыу студенттар һанын ҡыҫҡартыу түгел, ә арттырыуҙы күҙ уңында тота, тине Башҡортостан хөкүмәте вице-премьеры Азат Баҙранов бөгөн Башҡорт дәүләт унверситеты менән Өфө дәүләт авиация техник университетын берләштереүгә арналған матбуғат конференцияһында.

«Бөгөнгә Башҡорт дәүләт университеты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты студенттарының дөйөм һаны яҡынса 40 мең тәшкил итә. Донъя кимәлендәге университеттың маҡсаты – студенттар һанын 100 меңгә еткереү.

Шуға күрә, йәнәһе, бөтәһе лә бинаны тартып алыу, оптимизация үткәреү, студенттар һанын кәметеү өсөн эшләнә тигән һүҙҙәр бөтөнләй нигеҙһеҙ», —  тип белдерҙе Азат Баҙранов.  

https://www.bashinform.ru/news/1560474-razgovory-o-sokrashchenii-chisla-studentov-i-prepodavateley-bashgu-i-ugatu-bezosnovatelny/

Галина Бахшиева
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть