Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 77.16

EUR 91.78

12 апрель, Дүшәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда былтыр мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең уртаса эш хаҡы 33 300 һум тәшкил иткән

Мәҙәниәт

2020 йыл йомғаҡтары буйынса, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең уртаса эш хаҡы 33 300 һум тәшкил иткән. Башҡортостан Республикаһы хөкүмәтенең өҫтәмә матди ярҙам күрһәтеүе һөҙөмтәһендә хеҙмәт хаҡы 2019 йыл менән сағыштырғанда 3,3 процентҡа артҡан. 2020 йылда муниципаль учреждениелар буйынса уртаса эш хаҡы – 28 440 һум, мәғариф ойошмалары буйынса – 34 885 һум, дәүләт учреждениелары буйынса 43 682 тәшкил иткән. Бөгөн республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова 2020 йыл йомғаҡтарына арналған коллегияла ошо турала һөйләне.

Башҡортостанда былтыр мәҙәниәт тармағының тупланма бюджеты 11,6 миллиард һум булған.

Республикала мәҙәниәт тармағына сығымдар өлөшө яҡынса 3,9% тәшкил иткән (2019 йылда – 4,6%). Был 2019 йыл кимәленән 1,5% түбән (175,5 миллион), сәбәбе – пандемияға бәйле сараларҙың уҙғарылмауы.

«PRO.Культура.РФ» платформаһының Рәсәй төбәктәренең әүҙемлек рейтингы мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостан Республикаһы илдең 2 миллиондан ашыу кеше йәшәгән 22 төбәге араһында өсөнсө урынды биләй. 3,5 миллион самаһы мөрәжәғәтте һанлы ресурстарға тәьмин итеү планлаштырылғайны, ләкин был күрһәткесте 4,4 тапҡырға арттырып үтәүгә өлгәшелде. Рәсми сайттар һәм YouTube-каналдағы саралар ғына 15 миллион тапҡырҙан ашыу ҡаралған.

2021 йылда «Мәҙәниәт» милли проектын ғәмәлгә ашырыу өсөн Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығына 1 миллиард 605 миллион 618 мең һум бүленгән, был элекке йыл менән сағыштырғанда 30% күберәк.

https://www.bashinform.ru/news/1560021-v-bashkirii-srednyaya-zarplata-rabotnikov-kultury-v-2020-godu-sostavila-33300-rubley/

    

Ләйлә Аралбаева
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть