Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 77.51 ↑

EUR 92.06 ↓

13 апрель, Шишәмбе

Уфа   °

Баш ҡалала журналистика ветераны Сәләхетдин Суҡбаев вафат

Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә журналистика ветераны, билдәле теле- һәм радиожурналист Сәләхетдин Суҡбаевтың 86-сы йәшендә арабыҙҙан китеүе билдәле булды.

Сәләхетдин Хөсәйен улы Суҡбаев 1935 йылдың 10 июнендә БАССР-ҙың Өфө районы Нөрлө ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған. Хеҙмәт юлын туған мәктәбендә татар теле һәм әҙәбиәте, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып башлай.

1962 йылда журналистика эшмәкәрлегенә тотона. Бөтә ғүмерен тиерлек теле- һәм радиожурналистикаға бағышлай. 2010 йылға тиклем халыҡ хужалығы, мәғариф, мәҙәниәт һәм йәштәрҙе тәрбиләү проблемалары буйынса автор, алып барыусы ролендә микрофон алдында сығыш яһай. «Телевидение яңылыҡтары» мөхәррире, ауыл хужалығы тематикаһына арналған тапшырыуҙар мөхәррире, өлкән мөхәррире, «Балалар, үҫмерҙәр һәм йәштәр өсөн баш редакция»ның өлкән мөхәррире, «Совет төҙөлөшө һәм пропагандаһы» редакцияһының өлкән мөхәррире, һуңынан ижтимағи-сәйәси тапшырыуҙар баш редакцияһының баш мөхәррире була.

1992 йылда Башҡортостан Республикаһы мосолмандарының Диниә назараты менән әүҙем хеҙмәттәшлек нигеҙендә «Иман. Исламдың әхлаҡи ҡиммәттәре» радиотапшырыуын әҙерләй башлай. Программа тиҙ арала тыңлаусылар араһында ҙур популярлыҡ яулай. Ошо тапшырыу өҫтөндә эшләгән йылдарҙа журналист диндарҙар төркөмө менән өс тапҡыр хажға бара. Үҙенең эшендә ата-бабаларҙың, урындағы ғалимдарҙың, имамдарҙың ижади мираҫы менән ҡыҙыҡһына.

Сәләх Суҡбаев – «Иман. Әхлаҡи ҡиммәттәр» китабы авторы, «Дин ул – нәсихәт» китабы авторҙашы, башҡорт телендәге мосолман календарын төҙөүселәрҙең береһе.

Телевидение өлкәһендәге хеҙмәттәре өсөн 1974 йылда Сәләхетдин Суҡбаевҡа «БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем бирелгән. «Телевидение һәм радио отличнигы» билдәһе менән бүләкләнгән. Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты.

Мәрхүм менән хушлашыу Өфө ҡалаһы, Ж.Кейекбаев урамы, 21, 32-се фатир адресы буйынса көндөҙгө сәғәт 2-лә була. Журналист үҙенең тыуған төйәге Өфө районы Нөрлө ауылында ерләнә.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы мәрхүмдең ғаиләһенең, туғандарының, дуҫтарының һәм коллегаларының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша.  

https://www.bashinform.ru/news/1559864-v-ufe-ushel-iz-zhizni-veteran-zhurnalistiki-salyakhetdin-sukbaev-/

  

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Теги: юғалтыу
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть