Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 73.85 ↓

EUR 89.65 ↓

18 май, Шишәмбе

Уфа   °

Өфөлә Википедияны өйрәнеү буйынса ирекмәндәр өсөн бушлай курстар ойошторола

Йәмғиәт

Башҡорт Википедиясыларының онлайн Вики-мәктәбе 20 сәғәтлек «Википедия: ҡыҫҡа танышыу курсы» программаһы буйынса уҡыу өсөн тыңлаусылар йыя башланы. Быйыл Башҡортостан Республикаһының Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды ярҙамы менән Башҡортостан Республикаһы Башлығы Гранты аҡсаһына тормошҡа ашырылған «Башҡорт Википедияһы ирекмәндәренә һәм Викимедианың туғандаш проекттарына ярҙам үҙәге» проекты сиктәрендә алты уҡыу курсы үткәрелә.

«Тыңлаусылар өсөн уҡыу бушлай. Курсҡа яңы, шулай уҡ күптәнге ирекмәндәр ҙә яҙылырға мөмкин. Дәрестәр кис көнө аҙнаһына ике тапҡыр Zoom конференциялар майҙансығында ойошторола. Унда 100-гә яҡын тыңлаусы ҡатнаша ала. Тәүге дәрес – 1 мартта. Һылтанма һәм конференция залына инеү паролен алыу өсөн сайт аша курстарға яҙылырға кәрәк», — тип һөйләне Башҡорт Википедияһы администраторы Рөстәм Нурыев.  

https://www.bashinform.ru/news/1556917-v-ufe-organizuyut-besplatnye-kursy-dlya-volonterov-po-izucheniyu-vikipedii/

  

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть