Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 74.43

EUR 90.37

1 март, Дүшәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда 92 кешегә сит илдән ҡайтҡандан һуң COVID-тест тапшырмағаны өсөн штраф һалынды

Йәмғиәт

Башҡортостанда судтар 92 кешегә сит илдән ҡайтҡандан һуң Дәүләт хеҙмәттәре сайтында коронавирусҡа тест һөҙөмтәләрен урынлаштырмаған өсөн штраф һалған. Штрафтарҙың дөйөм суммаһы – 720 мең һумдан ашыу, тип хәбәр итте Роспотребнадзорҙың республика идаралығы.

Ведомствола белдереүҙәренсә, сит илдән ҡайтҡас, өс көн эсендә лабораторияла ПЦР ысулы менән COVID-19-ға анализ бирергә, уның  һөҙөмтәһен Дәүләт хеҙмәттәре порталында баҫтырып сығарырға кәрәк. Һөҙөмтә әҙер булғансы, йәшәгән урында изоляция режимын үтәү талап ителә.

Талаптарҙы үтәмәгән өсөн административ яуаплылыҡ ҡаралған, ул граждандарға 15-40 мең штраф һалыуҙы күҙ уңында тота.

https://www.bashinform.ru/news/1551280-92-zhiteley-bashkirii-oshtrafovali-za-otsutstvie-covid-testov-posle-poezdok-za-granitsu-/  

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть