Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 74.57 ↑

EUR 89.56 ↓

3 март, Шаршамбы

Уфа   °

Республикала берҙәм дәүләт имтиханы тапшырыу өсөн ғариза биреү ваҡыты 1 февралдә тамамлана

Йәмғиәт

Башҡортостанда 1 февралгә тиклем берҙәм дәүләт имтиханы тапшырыу өсөн ғариза бирергә мөмкин.

Ғаризала һынау тоторға йыйынған фәндәрҙе яҙырға кәрәк.

«Сығарылыш класы уҡыусылары ғаризаны уҡыған урыны буйынса бирә.

Уҙған йылдарҙа мәктәп тамамлағандар иһә ғаризаны берҙәм дәүләт имтиханы тапшырыу өсөн теркәлеү урындарына бирергә тейеш, уларҙы республиканың Мәғариф министрлығы билдәләй», — тип хәбәр иттеләр ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән.

Уҡыусылар һәм үткән йылдарҙа мәктәп тамамлағандар ғаризаны үҙҙәре, паспорт һәм ышаныс ҡағыҙы менән уларҙың ата-әсәләре (законлы вәкилдәре) тапшыра.

Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәр ғариза биргән саҡта психолог-медик-педагогик комиссияның тәҡдимдәр күсермәһен, ә инвалидлығы булғандар белешмәнең төп нөсхәһен йәки раҫланған күсермәһен күрһәтергә тейеш. Үткән йылдарҙа мәктәп тамамлағандарҙың белем тураһында документтарының төп нөсхәләре йәки уларҙың раҫланған күсермәләре кәрәк.

1 февралдән һуң берҙәм дәүләт имтиханында ҡатнашыу өсөн ғаризалар Башҡортостан Республикаһының Дәүләт имтихан комиссияһы ҡарары буйынса ҡабул ителә.

https://www.bashinform.ru/news/1551266-v-bashkirii-srok-podachi-zayavok-dlya-sdachi-ege-zakanchivaetsya-1-fevralya/

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть