Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 73.00

EUR 85.68

27 сентябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Өфө үҙәгендә башҡорт яҙыусыһына тағы бер һәйкәл ҡуйыла

Мәҙәниәт

Өфөнөң Совет урамында, Башҡортостан Республикаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһы янында, Башҡортостандың халыҡ шағиры, РСФСР-ҙың М.Горький исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Назар Нәжмигә (1918-1999) һәйкәл ҡуйыу планлаштырыла.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, уҙған йылдың майында Мәҙәниәт министрлығы һәйкәлдең иң яҡшы проектына конкурс иғлан иткәйне. Ведомствоның матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, конкурс оҙайтылды.

Конкурста ҡатнашыу өсөн ғаризалар, проекттар, аңлатмалы яҙыуҙар, график материалдар һәм смета-финанс иҫәп-хисабы 2021 йылдың 27 апреленә тиклем «Рәсәй рәссамдар союзы» Бөтә Рәсәй ижади йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан Республикаһы төбәк бүлексәһенә ҡабул ителә: Өфө ҡалаһы, Октябрь проспекты, 148. Тел. 8 (347) 284-42-47.

Положение менән «Рәсәй рәссамдар союзы» Бөтә Рәсәй ижади йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан Республикаһы төбәк бүлексәһе сайтында танышырға мөмкин.

https://www.bashinform.ru/news/1550978-v-tsentre-ufy-poyavitsya-eshche-odin-pamyatnik-bashkirskomu-pisatelyu/

Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть