Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 74.57 ↑

EUR 89.56 ↓

3 март, Шаршамбы

Уфа   °

2020 йылда «Башҡортостан» милли паркына килеүселәр 50% ашыуға артҡан

Йәмғиәт

2020 йылда «Башҡортостан» милли паркына 66 мең турист килгән. Былтыр иһә улар 40 мең булған. 2019 йылда бөтәһе 644, уҙған йылда иһә 15 425 электрон документ бирелгән, тип белдерҙеләр милли паркта.

Милли парк етәкселеге фекеренсә, туристарҙың күпләп килә башлауына карантинға бәйле эске туризмға ихтыяждың артыуы ғына түгел, ә «Экология» милли проектында ҡатнашыу ҙа йоғонто яһаған, туристик инфраструктураның сифаты күтәрелгән.

«Милли проект сиктәрендә ике кемпинг, өс туристик маршрут төҙөлдө, мәмерйә һәм Күперле шарлауығы тәртипкә килтерелде. Артабан туристар өсөн яңы туҡтау урындарын, маршруттарҙы, мәмерйәләрҙе, ҡарау майҙансыҡтарын йыһазландырырға уйлайбыҙ», – тип хәбәр итте «Башҡортостан» милли паркы директоры Владимир Кузнецов.

https://www.bashinform.ru/news/1550635-chislo-posetiteley-natsparka-bashkiriya-v-2020-godu-vyroslo-bolee-chem-na-50/

Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть