Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 74.57 ↑

EUR 89.56 ↓

3 март, Шаршамбы

Уфа   °

Өфөлә БДМУ-ның 500 урынлыҡ яңы ятағы асылды

Йәмғиәт

Бөгөн, 25 ғинуарҙа, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфөнөң Октябрь революцияһы урамында Башҡорт дәүләт медицина университетының яңы ятағын асыу тантанаһында ҡатнашты. Республика етәксеһе төҙөкләндерелгән бинаны ҡарап сыҡты, буласаҡ табиптар өсөн булдырылған көнкүреш шарттары менән танышты һәм БДМУ студенттары менән аралашты.

«Тәү сиратта мин һеҙҙе студенттар байрамы – Татьяна көнө менән ҡотлайым. Медицина университеты студенттарына туранан-тура мөрәжәғәт итәм: һеҙҙең менән бергә үткән осор өсөн рәхмәт әйткем килә. Күптәрегеҙ «ҡыҙыл зоналар»ҙа, амбулаторияларҙа, ирекмән булып эшләне. Һеҙҙең яҡтан баһалап бөткөһөҙ ярҙам булды. Һеҙгә бик рәхмәтлемен»,  — тине Радий Хәбиров.

Республика етәксеһе университеттың яңы ятағындағы ремонт сифатын юғары баһаланы һәм 5 мең урынлыҡ вуз-ара кампусты проектлай башлаған архитекторҙар ошондай кимәлгә йүнәлеш алыр тигән ышаныс белдерҙе. Уны Өфөнөң Дим районында төҙөү планлаштырыла.

БДМУ ректоры Валентин Павлов юғары уҡыу йорто ятаҡтарының студенттар советы рәйесенә яңы бинаның символик асҡысын тапшырып, республика етәкселегенә рәхмәт әйтте.

Белешмә:

Өфө авиация техникумының 1962 йылда төҙөлгән бинаһын Башҡортостан республикаһы властары 2020 йылда БДМУ-ға тапшырҙы. Биш ҡатлы ятаҡтың дөйөм майҙаны – 5 мең квадрат метрҙан ашыу. Ул 500 студентҡа иҫәпләнгән.

Ремонттан һуң бында мобиль китапхана, интеллектуаль ял залы, фитнес-үҙәк була. Ремонт эштәренең хаҡы – 89 миллион һум. Студенттар ятаҡҡа февраль башында урынлаштырыла.

https://www.bashinform.ru/news/1550185-v-ufe-otkryli-novoe-obshchezhitie-bgmu-na-500-mest/

  

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть