Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 74.57 ↑

EUR 89.56 ↓

3 март, Шаршамбы

Уфа   °

Айрат Сәйетғәлин – Архангел районы башлығы

Йәмғиәт

Айрат Сәйетғәлин Архангел районы башлығы итеп тәғәйенләнде. Бөгөн хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров ошо турала белдерҙе.

Бынан алда агентлыҡ район башлығы Илшат Әминевтың вәкәләттәрен ваҡытынан алда һалыуы хаҡында хәбәр иткәйне. Чиновниктың үҙ теләге буйынса отставкаһы советтың сираттан тыш ултырышында ҡабул ителде. Ул район менән 2019 йылдың июненән башлап етәкселек итте.

Билдәле булыуынса, яңы муниципалитет башлығына 39 йәш. Быға тиклем Айрат Сәйетғәлин Ҡырмыҫҡалы районы советы секретары булып эшләне.

«Йәш етәксегә уңыштар теләйбеҙ, эшендә лә ярҙам итербеҙ», — тине Радий Хәбиров.

https://www.bashinform.ru/news/1550009-arkhangelskiy-rayon-vozglavil-ayrat-saitgalin-/

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть