Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 74.43

EUR 90.37

28 февраль, Йәкшәмбе

Уфа   °

Республиканың баш дәүләт автоинспекторы яңы рейдтар тураһында иҫкәртте

Йәмғиәт

Башҡортостандың Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы идаралығы етәксеһе Динар Ғилметдинов водителдәрҙе яңы рейдтар тураһында иҫкәртте. Ял көндәрендә республика юлдарына юл-патруль хеҙмәтенең өҫтәмә экипаждары сыға.

«Тәжрибә күрһәтеүенсә, ошондай иҫкәртеү сараларын уҙғарыу юлдағы хәлдәрҙә ыңғай сағылыш таба, иҫерек, шулай уҡ юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған водителдәрҙе транспорт ағымына индермәҫкә ярҙам итә», — тине Динар Ғилметдинов.

Әйткәндәй, юл полицейскийҙары яңы йыл алдынан да ошондай саралар үткәрҙе һәм водителдәр, шул иҫәптән йәйәүлеләр араһында тиҫтәләрсә ҡағиҙә боҙоу осраҡтарын асыҡланы.

https://www.bashinform.ru/news/1549117-glavnyy-gosavtoinspektor-bashkirii-predupredil-o-novykh-reydakh/  

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Теги: ЮХХДИ, рейд
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть