Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 74.43

EUR 90.37

28 февраль, Йәкшәмбе

Уфа   °

«Башинформ»ды республиканың стратегик предприятиелары исемлегенән төшөрөп ҡалдырыу сәбәбе аталды

Сәйәсәт

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығын республиканың стратегик предприятиелары исемлегенән төшөрөп ҡалдырыу формаль характерҙа, тип белдерҙе Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Максим Ульчев брифингта.

Уның һүҙҙәренсә, «Башинформ»ды республиканың әһәмиәтле предприятиелары исемлегенән төшөрөп ҡалдырыу – тармаҡ реформаһы буйынса «юл картаһына» ингән ваҡиға.

«Стратегик предприятие үҙгәртеп ҡорола, икенсе предприятие менән берләштерелә алмай. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығын стратегик предприятиелар исемлегенән төшөрөп ҡалдырыу күберәк формаль характерҙа. Барыһы ла «Башинформ»ды, Нәшриәт йортон, башҡа предприятиеларҙы үҙгәртеп ҡороу буйынса сараларҙы тәьмин итә алыу өсөн», — тине Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе.

Былтыр яҙ «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы ла республиканың стратегик предприятиелары исемлегенән төшөрөп ҡалдырылды.

Максим Ульчев билдәләүенсә, 2021 йылда бик күп мәсьәләләрҙе хәл итеү бурысы тора. Һүҙ, тәү сиратта, тармаҡты һанлыға үҙгәртеү тураһында бара, «ысынында иһә ул башланды, COVID-19 пандемияһы был үҙгәрештәрҙе тиҙләтте генә».

https://www.bashinform.ru/news/1548916-nazvana-prichina-isklyucheniya-bashinforma-iz-perechnya-strategicheskikh-predpriyatiy-bashkirii/                

Галина Бахшиева
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть