
Башҡортостанда йәнә ике кеше коронавирус инфекцияһынан вафат булды

Башҡортостанда йәнә ике кеше коронавирус инфекцияһынан вафат булды Фото: Олег Яровиков
Башҡортостандың «ковид»-госпиталдәрендә 802 кеше яңы коронавирус инфекцияһынан дауалана, уларҙың 58-е – интенсив терапия бүлексәләрендә, ә 14-е үпкәне яһалма елләтеү аппаратына мохтаж.
Республиканың COVID-19 менән көрәш буйынса оператив штабы мәғлүмәттәре буйынса, пандемия башланғандан алып республикала 22 570 кешелә диагноз раҫланған. Һуңғы тәүлектә – 167. Ә 4 410 сирле өйҙә дауалана.
Башҡортостанда 17 189 кеше ауырыуҙы еңгән. Һуңғы тәүлектә 282 пациент һауығып сыҡҡан. Вафат булғандар исемлеге тағы ике кешегә тулыланған. Һаулыҡ һаҡлау министрлығында уларҙың ниндәй ауырыуҙары булыуын әйтмәнеләр. Шулай итеп, Башҡортостанда яңы коронавирус инфекцияһынан үлгәндәр һаны – 169.
Тәүлек эсендә 215 дауахананан тыш пневмония осрағы асыҡланған, һауығып сыҡҡандар — 179.




