Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 74.43

EUR 90.37

28 февраль, Йәкшәмбе

Уфа   °

Республикала юл фажиғәһендә зыян күргән ҡыҙ авиация менән Өфө клиникаһына килтерелде

Йәмғиәт

Салауат районында үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһында зыян күргән ҡыҙ вертолет менән район дауаханаһынан Өфөгә Республика балалар клиник дауаханаһына килтерелде.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, авария 10 ғинуарҙа Кропачево – Мәсәғүт – Әчит трассаһында Салауат районы Татар Малаяҙы ауылы янында булған. Ике Ford Transit автобусы бәрелешкән, тип хәбәр итте «Башинформ». Беренсе автобуста ултырған 15 пассажирҙан алты йәшлек малай һәм 13 йәшлек ҡыҙ йән биргән. Аҙаҡ Малаяҙ үҙәк район дауаханаһы реанимацияһында тағы ла бер йәш пассажир – Шишмә районынан 17 йәшлек ҡыҙ яҡты донъя менән хушлашҡан.

Уның 13 йәшлек һеңлеһе лә аварияла ҡот осҡос йәрәхәттәр алған. Ул оҙаҡ ҡына ауыр хәлдә район дауаханаһында ятты.

«Салауат ерендә» гәзитенең үҙәк район дауаханаһы мөдире Илнур Хәкимйәновҡа һылтанма менән хәбәр итеүенсә, ошо көндәрҙә ҡыҙ вертолет менән Республика балалар клиник дауаханаһына оҙатылған. Табип әйтеүенсә, үҫмерҙең хәле яҡшырған. Ҡыҙыҡай һауыға башлаған.

https://www.bashinform.ru/news/1548788-v-bashkirii-devochku-postradavshuyu-v-dtp-aviatsiey-perevezli-v-kliniku-v-ufu-/Саауат районында үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһында зыян күргән ҡыҙ вертолет менән район дауаханаһынан Республика балалар клиник дауаханаһына килтерелде.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, авария 10 ғинуарҙа Кропачево – Мәсәғүт – Әчит трассаһында Салауат районы Татар Малаяҙы ауылы янында булған. Ике Ford Transit автобусы бәрелешкән, тип хәбәр итте «Башинформ». Беренсе автобуста ултырған 15 пассажирҙан алты йәшлек малай һәм 13 йәшлек ҡыҙ йән биргән. Аҙаҡ Малаяҙ үҙәк район дауаханаһы реанимацияһында тағы ла бер йәш пассажир – Шишмә районынан 17 йәшлек ҡыҙ яҡты донъя менән хушлашҡан.

Уның 13 йәшлек һеңлеһе лә аварияла ҡот осҡос йәрәхәттәр алған. Ул оҙаҡ ҡына ауыр хәлдә район дауаханаһында ятты.

«Салауат ерендә» гәзитенең үҙәк район дауаханаһы мөдире Илнур Хәкимйәновҡа һылтанма менән хәбәр итеүенсә, ошо көндәрҙә ҡыҙ вертолет менән Республика балалар клиник дауаханаһына оҙатылған. Табип әйтеүенсә, үҫмерҙең хәле яҡшырған. Ҡыҙыҡай һауыға башлаған.

https://www.bashinform.ru/news/1548788-v-bashkirii-devochku-postradavshuyu-v-dtp-aviatsiey-perevezli-v-kliniku-v-ufu-/

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть