Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 74.43

EUR 90.37

28 февраль, Йәкшәмбе

Уфа   °

Матур датала – 2021 йылдың 21 ғинуарында Башҡортостанда 100-ҙән ашыу пар өйләнешергә йыйына

Йәмғиәт

Башҡортостанда матур датала – 2021 йылдың 21 ғинуарында 102 пар сәстәрен сәскә бәйләй. Законлы никах теркәү тантаналарының күбеһе Өфөнөң ЗАГС бүлектәрендә уҙа, тип хәбәр иттеләр «Башинформ» агентлығына республика Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтенән.

Ғаризаларҙың күпселеге Өфөнөң Калинин районы ЗАГС-ына бирелгән (13). кенсе урында — Ленин (12), өсөнсөлә — Совет(11) районы. Артабан Киров (9), Стәрлетамаҡ (7), Күмертау (6), Нефтекама һәм Туймазы (5) килә.

Әйткәндәй, 21-се быуаттың һәм 2021 йылдың 21-се көнөндә ЗАГС-та тағы ла күберәк йәштәр яҙылышырға мөмкин. Етди сәбәп булған осраҡта (мәҫәлән, кәләш йөклө икән – ред. иҫк), никахты ғариза биргән көндә теркәйҙәр.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2021 йылда туйҙар өсөн тағы ла бер матур дата көтөлә – 12.02.2021. Был көн йомаға тап килә.

https://www.bashinform.ru/news/1548779-v-krasivuyu-datu-21-01-2021-v-bashkirii-planiruyut-pozhenitsya-bolee-100-par/  

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Теги: туй, 21.01.2021
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть