
Алдағы өс көндә республикала һалҡын һауа торошо һаҡлана

21- 23 ғинуарҙа Башҡортостанда һауа торошон һалҡын антициклон билдәләй. Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, алдағы өс көндә термометр бағанаһы көндөҙгө сәғәттәрҙә 12-20 градус һалҡын күрһәтә, ә төндә минус 16-25-кә тиклем төшә.
Ел талғын, көньяҡтан һәм көнбайыштан. Бер аҙ ҡар яуыуы ихтимал.
Ошондай һауа торошо ғинуарҙың өсөнсө ун көнлөгөндә республикабыҙ климаты нормаһына тап килә.
https://www.bashinform.ru/news/1548598-tri-blizhayshikh-dnya-v-bashkirii-sokhranitsya-moroznaya-pogoda-/