Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 74.43

EUR 90.37

28 февраль, Йәкшәмбе

Уфа   °

Өфө ҡыҙы фристайл буйынса Рәсәй беренселегендә көмөш миҙал яуланы

Спорт

Өфөнөң тау саңғыһы спорты мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе Снежана Прайс фристайл буйынса Рәсәй беренселегендә көмөш миҙал яуланы. Ҡыҙ Силәбе өлкәһе Миәс ҡалаһында «биг эйр» дисциплинаһында уңышҡа иреште. 81,00 һөҙөмтәһе менән ул Краснодар крайы спортсыһы Ксения Орлованан ғына ҡалышты (91,20 балла). Пьедесталдың өсөнсө баҫҡысында – Санкт-Петербургтан Анна Иванова (78,00).

Әйткәндәй, Снежана фристайл менән өс йыл шөғөлләнә. Былтыр ил беренселегендә яҡташыбыҙ алтын миҙал алды.

«Интернетта олимпия резервындағы спорт мәктәбе булыуын күреп ҡалдым да төркөмгә яҙып ебәрҙем, тренер таптым. Ул күнекмәгә саҡырҙы. Беренсе күнекмәгә килдем, ә икенсеһендә трамплиндан һикерҙем. Ул саҡтағы хис-тойғоларҙы әйтеп бөтөрөрлөк түгел!» – тине Снежана.

https://www.bashinform.ru/news/1548465-ufimka-zavoevala-serebro-pervenstva-rossii-po-fristaylu-/

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть