Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 74.43

EUR 90.37

28 февраль, Йәкшәмбе

Уфа   °

Башҡорт ҡоролтайы прокуратураға һәм Санкт-Петербург дәүләт университетына һораулы хаттар ебәрҙе

Сәйәсәт

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Санкт-Петербургта Әхмәтзәки Вәлиди бюсын алып ташлауҙы талап итеү тураһында мәғлүмәт баҫылып сығыуға бәйле прокуратураға һәм Санкт-Петербург дәүләт университетына һораулы хаттар оҙатты. Башҡорт ҡоролтайы Президиумы һәм Башҡарма комитеты Санкт-Петербург ҡалаһындағы Әхмәтзәки Вәлидиҙең һәйкәленә бәйле хәлгә ҡарата борсолоуын белдерә.

«47news» баҫмаһы хәбәр итеүенсә, беренсе курс студентының әсәһе мөрәжәғәте буйынса Генераль прокуратураға бюст буйынса махсус хат оҙатылған. Тейешле тикшереү үткәрелгәндән һуң, күҙәтеү органы бюсҡа нацизм билдәләре хас тигән һығымтаға килгән.

«Ошо көндәрҙә Санкт-Петербург дәүләт университетына ҡала прокуратураһынан тиҙ арала Әхмәтзәки Вәлиди Туғандың бюсын ҡуйғанда асыҡланған етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү сараларын күреү тураһында күрһәтмә ебәрелгән», — тип яҙа Петербургтың «Фонтанка» интернет-гәзите.

«Nation News» мәғлүмәте буйынса, Санкт-Петербург дәүләт университетында прокуратураның шәрҡиәтсе Әхмәтзәки Вәлиди һәйкәлен һүтергә тигән талабына ҡаршы килмәҫкә һәм бюсты белем биреү учреждениеһы биләмәһенән алырға хәл иткәндәр.  

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы хатында билдәләнеүенсә, Санкт-Петербург дәүләт университеты биләмәһендә урынлашҡан бюст Әхмәтзәки Вәлидиҙең фәнни ҡаҙаныштарын таныу йөҙөнән ҡуйылған һәм уны донъяның фәнни йәмәғәтселегендә абруй ҡаҙанған ғалим-төркиәтсе булараҡ һынландыра.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бюст 2008 йылдың йәйендә Санкт-Петербург дәүләт университетының филология факультеты биләмәһендә ҡуйылған. Авторы — Өфө скульпторы Владимир Дворник. Бюст менән бер үк ваҡытта Санкт-Петербург университетында Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Төрки тикшеренеүҙәр үҙәге асылған.

https://www.bashinform.ru/news/1548347-kurultay-bashkir-napravil-zaprosy-v-prokuraturu-i-spbgu-po-pamyatniku-akhmet-zaki-validi-/

Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть