Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 74.43

EUR 90.37

28 февраль, Йәкшәмбе

Уфа   °

Гөлфирә Абдуллина – Башҡорт телен һаҡлау фондының Попечителдәр советы етәксеһе

Мәҙәниәт

19 ғинуарҙа Өфөлә Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фондын ойоштороусыларҙың һәм Попечителдәр советының берлектәге ултырышы уҙҙы. Совет рәйесе итеп Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультеты деканы Гөлфирә Абдуллина һайланды. Секретары – Өфөнөң 7-се мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлшат Ғәбитова.

Кәңәшмә барышында фонд директоры Гөлназ Йосопова ойошманың 2020 йылдағы эшмәкәрлеге тураһында отчет менән сығыш яһаны, шулай уҡ ағымдағы йылға билдәләнгән саралар хаҡында һөйләне. Попечителдәр советы ағзалары фондтың уҙған йылдың эш һөҙөмтәләрен бер тауыштан хупланы.

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса урынбаҫары, Попечителдәр советы ағзаһы Урал Килсенбаев республика етәкселеге исеменән фондҡа әүҙем эшләгәне өсөн рәхмәт белдерҙе.

Белешмә. 2020 йылда фонд Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант, «Яңы ҡараш» һәм «Яңы ҡараш 2.0» башҡорт проекттарының исем туйы, Башҡорт теле көнө, «Эшлекле башҡорт теле» уҡыу ҡулланмаһы кеүек проекттарҙы ғәмәлгә ашырҙы, башҡорт телен өйрәнеү өсөн «Инофон», «Әлләсе», «Башворд», «Эшлекле башҡорт теле», «Башкортсофт» онлайн тәржемәсе ҡушымталары әҙерләп сығарҙы.

Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фондының барлыҡ проекттары тураһында ентеклерәк мәғлүмәтте социаль селтәрҙәге төркөмдә табырға мөмкин.

https://www.bashinform.ru/news/1548177-popechitelskiy-sovet-fonda-po-sokhraneniyu-bashkirskogo-yazyka-vozglavila-gulfira-abdullina/  

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть