Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 74.43

EUR 90.37

28 февраль, Йәкшәмбе

Уфа   °

Рәсәйҙәрҙең тағы бер категорияһына 2021 йылда ваҡытынан алда пенсияға сығыу хоҡуғы бирелә

Йәмғиәт

2021 йылда COVID-19 йоҡторғандар менән эшләгән табиптар ваҡытынан алда пенсияға сығыуҙы юлларға мөмкин. Федерация Советының социаль сәйәсәт комитеты рәйесе урынбаҫары Татьяна Кусайко Милли яңылыҡтар хеҙмәтенә ошо хаҡта һөйләне.

Уның һүҙҙәренсә, әлеге ваҡытта сирлеләр менән бер ай эшләү өс айға һанала. Шуға күрә пенсияға сығыу мөмкинлеге яңынан иҫәпләнә.

«Бынан тыш, уларға миллион ярым һумлыҡ автомобиль һатып алыу өсөн льгота ҡаралған. Һатып алыу өсөн түләүҙең 375 мең һумға етеүе ихтимал. Медицина хеҙмәткәрҙәре лә билдәле эш стажы булған осраҡта торлаҡты хосусилаштырыу мөмкинлеген алды», — тип өҫтәне ул.

Алдан хәбәр ителгәнсә, 2021 йылда ауыр һәм хәүефле эш урындарында эшләгән рәсәйҙәргә ваҡытынан алда хаҡлы ялға сығыу хоҡуғы бирелә. Һүҙ металлургия, машиналар эшләү һәм химия производстволары эшселәре тураһында бара.

Бынан тыш, инвалидтар, Алыҫ Себер райондарында эшләгән кешеләр, күп балалы әсәләр страховка пенсияһын ваҡытынан алда тәғәйенләтеү хоҡуғына эйә.

https://www.bashinform.ru/news/1547787-eshche-odna-kategoriya-rossyain-poluchit-pravo-na-dosrochnyy-vykhod-na-pensiyu-v-2021-godu/

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть