Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 74.43

EUR 90.37

28 февраль, Йәкшәмбе

Уфа   °

Джефф Монсон Өфөлә үҙенең джиу-джитсу һәм грэпплинг мәктәбен асҡанда күҙ йәштәрен тыя алманы

Спорт

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфөлә Джефф Монсондың джиу-джитсу һәм грэпплинг мәктәбен асыуҙы тарихи ваҡиға тип атаны. Үҙенең 50 йәшен билдәләгән көндә ике тапҡыр ADCC Submission Wrestling World Championship еңеүсеһе һәм джиу-джитсу буйынса донъя чемпионы, хәҙер инде үҙ мәктәбенең баш тренеры Башҡортостандың баш ҡалаһының йәш спортсылары өсөн оҫталыҡ дәресе үткәрҙе.

«Мин Джефф менән бер нисә йыл элек таныштым. Ул ваҡытта күңелемде грек-рим көрәше яулап алғайны, грэпплинг менән бик мауыҡмай инем. Ләкин уның менән танышҡас, ҙур йөрәкле һәм балаларҙы яратҡан күренекле спортсы икәнен аңланым. Ошо мәктәпте асыу республикабыҙ спортына ҙур өлөш индереү тип иҫәпләйем, меңдәрсә малай һәм ҡыҙ уның нигеҙҙәрен үҙләштерер, ә ҡайһы берәүҙәр Монсон кеүек билдәле спортсы булыр», — тине Радий Хәбиров.

Джефф Монсон республика етәксеһенә рәхмәт әйтте һәм уны үҙенең дуҫы тип атаны.  

«Беҙ бында минең өсөн түгел, ә Өфө ҡалаһы һәм республика өсөн йыйылдыҡ, — тип билдәләне ошо көндәрҙә профессиональ спортсы карьераһын тамамлаған Монсон. — Һәр кем һәләтле, һәр кем джиу-джитсуға өйрәнергә мөмкин, шуға мин үҙемдең белемем менән уртаҡлашыу өсөн Башҡортостанға килдем. Республикала халыҡ-ара кимәлдә сығыш яһаған профессиональ команда ойошторорға теләйем. Икенсе маҡсатым – һәр ауылда, һәр ҡалала джиу-джитсу юғары кимәлдә булһын өсөн шарттар булдырыу».

50 йәше уңайынан ҡотлауҙар ҡабул иткәндә Джефф Монсондың күңеле тулышты, ул күҙ йәштәрен тыя алманы. Бөгөн спортсы кескәй ҡыҙы һәм ҡатыны менән Өфө үҙәгендә йәшәй.

Баш ҡалала джиу-джитсу буйынса донъя чемпионы мәктәбе «Нефтсе» спорт комплексында эшләй, ҡайһы бер дәрестәр Рима Баталова исемендәге Спорт әҙерлеге үҙәгендә үткәрелә.  

https://www.bashinform.ru/news/1547605-dzheff-monson-rastrogalsya-na-otkrytii-svoey-shkoly-dzhiu-dzhitsu-i-grepplinga-v-ufe-/

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть