Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 74.43

EUR 90.37

28 февраль, Йәкшәмбе

Уфа   °

Радий Хәбиров Алён Савельеваның ижадына үҙенең фекерен белдерҙе

Мәҙәниәт

Республика Башлығы Радий Хәбиров башҡорт милли кейемендә һәм милли атрибутика менән ярым яланғас кешеләрҙе төшөргән Өфө рәссамы Алён (Алёна) Савельеваның ижадына үҙенең ҡарашын белдерҙе.

Ул бер нисә тапҡыр цензура менән шөғөлләнмәүен белдерҙе, ләкин уға Өфө рәссамының һүрәттәре бөтөнләй оҡшамай.

«Минең өләсәйемдең селтәре бар ине, ҡатын-ҡыҙ өсөн был — милли кейемдең мөһим элементы, уны ошолай әшәке итеп төшөрөү миңә оҡшамай. Әйҙәгеҙ, әҙәплерәк булайыҡ: милли мөнәсәбәттәр —  күҙгә күренмәҫ сик. Кем шуны аңламай — бында ултырырға лайыҡ түгел. Тәртиплерәк булырға кәрәк. Ҡайһы бер кешеләр өсөн был — мыҫҡыл итеү, ҡайһы берәүҙәр рәссам шулай күрә, тип әйтергә мөмкин. Ләкин мин быны бик насар тип иҫәпләйем», — тине республика етәксеһе хөкүмәттәге оператив кәңәшмәнең аҙағында.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, интернетта Алён Савельеваның фломастер менән төшөрөлгән һүрәттәре тураһында ҡыҙыу бәхәс барҙы. Социаль селтәрҙә #якультурноенаследие флешмобы иғлан ителде, республикала йәшәүселәр үҙҙәренең милли кейемдә төшкән фотоларын һала башланы.

https://www.bashinform.ru/news/1547352-radiy-khabirov-vyskazal-svoyu-pozitsiyu-po-tvorchestvu-aleny-savelevoy/

  

Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть