
Башҡортостанда аҙна башында һыуыҡ була, республика буйынса -32 градусҡа тиклем

Башҡортостанда аҙна башында һыуыҡ була, республика буйынса -32 градусҡа тиклем Фото: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Башҡортостанда аҙна башында һыуыҡ булыуы көтөлә. Башгидромет мәғлүмәте буйынса, 18 ғинуарҙа көн аяҙлы-болотло була. Төндә урыны менән бер аҙ ҡар, көндөҙ яуым-төшөмһөҙ.
Юлдарҙың ҡайһы бер участкаларында боҙлауыҡ, ҡар. Ел көнбайыштан, төньяҡ-көнбайыштан, тиҙлеге секундына 3-8 метр.
Һауа температураһы төндә -20, -25, урыны менән -32, көндөҙ -16, -21, көньяҡта -12 градус.
Автомобиль юлдарында төндә һәм иртән урыны менән томан, күреү мөмкинлеге 1-2 саҡрым.
https://www.bashinform.ru/news/1547151-v-bashkirii-nachalo-nedeli-budet-moroznym-po-respublike-do-32/




