Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 74.43

EUR 90.37

1 март, Дүшәмбе

Уфа   °

Өфө депутаттары ҡала хакимиәте башлығын һайланы

Сәйәсәт

Өфөлә ҡала Советының сираттан тыш 74-се ултырышында баш ҡала хакимиәте етәксеһе һайланды. Депутаттар бер тауыштан Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тәҡдим иткән сити-менеджер вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Сергей Грековтың кандидатураһын хупланы.

Конкурста ҡатнашҡан Артур Ғафаров һәм Алексей Слепнёв та депутаттар алдында сығыш яһаны һәм баш ҡала үҫешен нисек күреүҙәре тураһында һөйләне.

Радий Хәбиров билдәләүенсә, бер тауыштан Сергей Грековты һайлау – ҙур аванс. Ул Өфө хакимиәтенең яңы етәксеһенә иң мөһиме ҡала халҡы менән бәйләнештә булырға кәрәклеген хәтергә төшөрҙө. Өлфәт Мостафин төҙөгән команданың составына килгәндә, Башҡортостан Башлығы ҡырҡа үҙгәрештәр индермәҫкә кәңәш бирҙе: «Һеҙ улар алдына бурыстар ҡуйып, эшләргә мәжбүр итә алырһығыҙ».

Яңы сити-менеджер менән килешеү 2021 йылдың сентябренә тиклем төҙөлгән. Һайлауҙан һуң яңы состав йәнә Өфө хакимиәте башлығын һайларға тейеш.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бынан алда Дәүләт Йыйылышы депутаттары шулай уҡ бер тауыштан Радий Хәбиров тәҡдим иткән Андрей Назаровтың кандидатураһын хуплағайны.  

https://www.bashinform.ru/news/1546777-ufimskie-deputaty-vybrali-glavu-administratsii-stolitsy-bashkirii/

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть