Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 74.43

EUR 90.37

1 март, Дүшәмбе

Уфа   °

Владимир Санкиндың билдәле адвокаты эште Рәсәйҙең Юғары судына алып барып еткерергә вәғәҙә бирҙе

Хәл-ваҡиғалар

Билдәле адвокат Шота Горгадзе үҙенең яҡланыусыһы Владимир Санкинға хөкөм ҡарары сығарылғандан һуң, юристар командаһы был эште Рәсәйҙең Юғары судына алып барып еткерергә йыйыныуын раҫланы.

«Суд бының менән беҙгә нимә әйтергә теләй? «Баланы көсләргә маташыусыны  күргәс, ҡыҫылмағыҙ, юлығыҙҙы дауам итегеҙ! Юғиһә 8  йылға төрмәгә ултырыуығыҙ ихтимал! » — тип яҙҙы Горгадзе Телеграмда. — Геройҙың, Владимир Санкиндың яҙмышын белгәс, ошондай хөкөм ҡарарынан һуң нимә эшләр инегеҙ? Янынан үтеп китер инегеҙме?».

Әйткәндәй, Владимир Санкин суд ҡарары иғлан ителгәс [8 йылға ҡаты режимлы колонияға оҙатылды– ред.], журналистың «Ошо ҡылығығыҙ өсөн үкенмәйһегеҙме?» тигән һорауына «Юҡ!» тип яуапланы.

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, Владимир Санкин 2020 йылдың 30 ғинуарында, үҙенең һүҙҙәренсә, балаларҙы педофилдан яҡлаған. Үҫмерҙәр педофилдан ярҙам һораған. Ул 54 йәшлек ир менән һуғышҡан. Тегеһе алған йәрәхәттәренән вафат булған.

https://www.bashinform.ru/news/1546521-znamenityy-advokat-vladimira-sankina-obeshchal-dovesti-delo-do-verkhovnogo-suda-rf/

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть