Республикала коронавирус ҡорбандары һаны арта, тағы ике кеше инфекциянан вафат булды

Республикала коронавирус ҡорбандары һаны арта, тағы ике кеше инфекциянан вафат булды Фото: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Башҡортостанда коронавирус ҡорбандары һаны арта. Уҙған тәүлектә инфекциянан тағы ике үлем осрағы теркәлде. 15 ғинуарға мәғлүмәттәр буйынса, вафат булғандар исемлегендә хәҙер 163 кеше иҫәпләнә.
Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәте буйынса, коронавирус инфекцияһы йоҡтороуҙың яңы осраҡтары — 167. Сирлеләрҙең дөйөм һаны — 21 569 кеше.
Әлеге ваҡытта 5 218 кеше: 826-һы – стационарҙа, 4392-һе амбулатор шарттарҙа дауалана.



