
Өфө мэры вазифаһына биш кандидат ҡануниәт буйынса имтихан тапшырҙы һәм конкурстың финалына сыҡты

Өфө мэры вазифаһына биш кандидат ҡануниәт буйынса имтихан тапшырҙы һәм конкурстың финалына сыҡты Фото: Олег Яровиков
Башҡортостандың баш ҡалаһы мэры вазифаһына биш дәғүәсе федераль, республика һәм муниципаль ҡануниәтен белеүгә имтихан тапшырҙы.
Өфө хакимиәте башлығы вазифаһын алмаштырыу конкурсы финалсылары:
— баш ҡала мэрияһының граждандар йәмғиәте институттары менән үҙ-ара килешеп эш итеү идаралығы етәксеһе Артур Ғафаров,
— Өфө хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Сергей Греков,
— «Өфө моторҙар эшләү берекмәһе» директорының корпоратив һәм хоҡуҡи мәсьәләләр буйынса идарасыһы урынбаҫары Алексей Слепнев,
— «БПО «Прогресс» акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Марат Тимиров,
— «ГазСтройПроект» йәмғиәтенең генераль директоры, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Рөстәм Хафизов.
«Конкурс комиссияһы секретары мәғлүмәт буйынса, конкурста ҡатнашҡан бөтә кандидаттарҙың ҡануниәтте белеү кимәле Өфө хакимиәте башлығы вазифаһына тап килә», — тип белдерҙеләр баш ҡала Советының матбуғат хеҙмәтендә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 15 ғинуарҙа Өфө ҡала Советы депутаттары мэрияның яңы етәксеһе менән килешеүгә ҡул ҡуйыуы планлаштырыла.