Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 74.43

EUR 90.37

1 март, Дүшәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда ауыр тормош хәлендә ҡалған балалар һәм үҫмерҙәр өсөн конкурс иғлан ителде

Мәҙәниәт

Башҡортостанда ауыр тормош хәлендә ҡалған балалар һәм үҫмерҙәр өсөн  IV «Күңелем ҡылдары сыңлай» республика әҙәби-художество конкурсы иғлан ителде. Быйыл ул Һаулыҡ һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылына арнала.

Конкурста 7-17 йәшлек ижадсылар – балалар йорттарынан, социаль приюттарҙан, йорт-интернаттарҙан, коррекция үҙәктәренән балалар һәм үҫмерҙәр, инвалид балалар, етемдәр ҡатнашырға мөмкин.

Улар түбәндәге йүнәлештәр буйынса эштәр тәҡдим итә ала:

— әҙәби ижад – рус, башҡорт, татар телдәрендә шиғыр, эссе, һүрәтләмә, хикәйә, шулай уҡ музыкаль оҙатыу менән автор әҫәрҙәре (йыр, романс).

— художестволы ижад – һынлы сәнғәт, графика, биҙәү-ҡулланма сәнғәте, һылап яһау.

Конкурсты ойоштороусылар – Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана, «Хазина» хәйриә һәм мәҙәни программалар үҙәге, Дүртөйлө ҡала китапханаһы.

Эштәрҙе тапшырыу шарттары — положениела.  

https://www.bashinform.ru/news/1546258-v-bashkirii-obyavili-konkurs-dlya-detey-i-podrostkov-so-slozhnoy-zhiznennoy-situatsiey/

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Теги: конкурс
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть